Иммануил Кант — Башҡорт Википедияһы Иммануил Кант Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте Перейти к навигации Перейти к поиску Иммануил Кант Immanuel Kant Тыуған ваҡыты: 22 апрель 1724({{padleft:1724|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) Тыуған урыны: Кёнигсберг, Пруссия Үлгән ваҡыты: 12 февраль 1804({{padleft:1804|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (79 йәш) Вафат урыны: Кёнигсберг, Пруссия Подданныйлығы:  Пруссия короллеге  Рәсәй империяһы Ижад теле: немец Мәктәп/традиция: кантианлыҡ Йүнәлеш: немец классик философияһы Ваҡыт арауығы: XVIII быуат философияһы Төп мәнфәғәте: эпистемология, метафизика, этика Йоғонто яһаған шәхестәр: Платон, Джордж Беркли, Христиан фон Вольф, Иоганн Николас Тетенс, Фрэнсис Хатчесон, Мишель де Монтень, Дэвид Юм, Рене Декарт, Готфрид Лейбниц, Джон Локк, Николя Мальбранш, Исаак Ньютон, Жан-Жак Руссо, Бенедикт Спиноза Дауам итеүсе шехестер: Карл Леонгард Рейнгольд, Фридрих Генрих Якоби, Мозес Мендельсон, Иоганн Фридрих Гербарт, Соломон Маймон, Иоганн Готлиб Фихте, Фридрих Вильгельм Йозеф фон Шеллинг, Георг Вильгельм Фридрих Гегель, Артур Шопенгауэр, Якоб Фридрих Фриз, Герман Людвиг Фердинанд Гельмгольц, Герман Коген, Пауль Герхард Наторп, Вильгельм Виндельбанд, Генрих Риккерт, Алоиз Риль, Ганс Файхингер, Эрнст Кассирер, Эдмунд Гуссерль, Мартин Хайдеггер, Чарльз Сандерс Пирс, Людвиг Витгенштейн, Карл-Отто Апель, Питер Фредерик Стросон, Уиллард Ван Орман Куайн Имзаһы: Иммануи́л Кант (нем. Immanuel Kant [ɪˈmaːnu̯eːl ˈkant]; 22 апрель 1724 йыл — 12 февраль 1804 йыл) — фәйләсүф, немец классик (Мәғрифәтлек дәүере һәм Романтизм осоро) фәлсәфәһенә нигеҙ һалыусы. Йөкмәткеһе 1 Биографияһы 1.1 Ижад баҫҡыстары 2 Философия 2.1 Кеше тураһында 3 Философия 3.1 Тәбиғәт фәндәре өлкәһендә хеҙмәтәре 3.2 Этика һәм дин мәсьәләләре 4 Хоҡуҡ һәм дәүләт тураһында 5 Китаптары 5.1 русса баҫмалар 5.1.1 8 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы 5.2 Интернетҡа ҡуйылған русса тәржемәләре 6 Иммануил Кантты руссаға тәржемә итеүселәр 7 Иҫкәрмәләр 8 Әҙәбиәт 9 Һылтанмалар Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] 1724 йылда Кёнигсбергта (Пруссия[1]) эйәр эшләүсе ғаиләһендә тыуған. Исеме изге Иммануил хөрмәтенә бирелгән. Теология докторы Франц Альберт Шульц ҡурсылығында һәләтле баланы «Фридрихс-Коллегиум» тигән абруйлы гимназияға урынлаштыралар, 1740 йылда Кёнигсберг университетына уҡырға инә. Атаһы үлеү сәбәпле уҡыуын тамамлай алмай, 10 йыл өйҙәргә йөрөп балалар уҡыта. Тап шул осорҙа 1747—1755 йылдар үҙенең космогоник гипотезаһын баҫтырып сығара, ул Ҡояш системаһы башланғыс томанлыҡтан барлыҡҡа килгән тип иҫәпләй. Был фекер әлегәсә йәшәп килә. Дәрестәр биреү менән шөғөлләнә, һуңыраҡ Кенигсберг университетында приват-доцент, 1770 йылдан профессор була. И. Канттың фәлсәфи эшсәнлеген ике дәүергә бүлеп ҡарайҙар. Беренсеһе — тәнҡитсел дәүергә тиклем (70-се йылдар башына тиклем), икенсеһе — тәнҡитсел дәүер йылдары. Кант үҙ ижадының беренсе дәүерен тәбиғәт фәндәрен һәм тәбиғәт фәлсәфәһен ижад итеүгә бағышлай. Уның был өлкәләге хеҙмәттәрендә тәбиғәттәге үҙгәреш процесстары мәсьәләһе ҡуйыла. 1755 йылда Кант диссертация яҡлап, докторлыҡ дәрәжәһенә эйә була, ниһайәт, университетта уҡытырға мөмкинлек ала. .40 йыл буйы үҙен ошо эшкә бағышлай. Ете йыллыҡ һуғыш ваҡытында 1758—1762 год Кёнигсберг Рәсәй хөкүмәте юрисдикцияһында була, был философтың хаттарында ла сағылыш таба. 1758 йылда императрица Елизавета Петровнаға ординар профессор вазифаһын һорап хат яҙа. 1770 йылдан Канттың ижадын «тәнҡитселек осоро» тип һанайҙар. 46 йәшендә Кёнигсберг университетының логика һәм метафизика профессоры итеп тәғәйенләнә, 1797 йылға тиклем бик киң даирәне — философик, математик, физик дисциплиналарҙы уҡыта. Был осорҙа Кант фундаменталь фәлсәфәүи хеҙмәттәр яҙа, ул XVIII быуаттың бөйөк фекер эйәләренең береһе булып таныла, донъя фәлсәфәүи даирәһенә ҙур йоғонто яһай Сәләмәтлеге хөрт булыу сәбәпле, Кант режимды бик ҡаты күҙәтә һәм барлыҡ дуҫтарынан оҙағыраҡ йәшәй. Артыҡ ныҡ теүәллеге хатта артығы менән бөхтә алмандар араһында ла уның хаҡында көләмәстәр тыуыуына сәбәп була. Өйләнмәгән. Ҡарт көнөндә ҡыҙ туғандарының береһе тәрбиәләгән[2]. Милләт айыра торған ғәҙәте булған, мәҫәлән, юдофобия[3]. Кант Кёнигсбергтың Кафедраль соборы янында, профессорҙар ҡәберлегендә ерләнгән. 1924 йылда, тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы ҡәбере өҫтөндәге часовня урынына асыҡ колонна залы яһап ҡуйғандар. Ижад баҫҡыстары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] Кант фәлсәфәүи үҫештә ике баҫҡыс үтә: «тәнҡитсегә тиклем» һәм «тәнҡитсе» осоро (Был төшөнсәләр философтың «Критика чистого разума», 1781 год; «Критика практического разума», 1788 год; «Критика способности суждения», 1790 год) тигән хеҙмәттәре буйынса билдәләнә. I баҫҡыс (1770 йылғаса) — Кант үҙенсә фәлсәфәүи фекерҙәрҙәге һорауҙарға яуап эҙләй. Үҙ асыштары ла була. II баҫҡыс (1770 йәки 1780 йылдарҙа) — гносеологик, метафизик (дөйөм фәлсәфә), йәшәйеш, әхлаҡ, дәүләт һәм хоҡуҡ, эстетика, кеше булмышы, донъяны аңлау даирәләре буйынса хеҙмәттәр яҙа. Философия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] Кеше тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] Канттың кешегә ҡарашы «Антропология прагматик ҡараштан» (1798 йыл) тигән китабында сағылыш таба. Уның төп өлөшө кшенең өс һәләтенә ярашлы өс өлөштән тора: белемгә һәләт, ҡәнәғәтлек һәм ҡәнәғәтһеҙлек, теләк булыу. Кеше — донъяның иң мөһим яралтылмышы, сөнки уның үҙбилдәләнешкә һәләте бар.[4] Кеше — иң ҙур ҡиммәт, ул шәхес. Эгоизм — кешенең тәбиғи сифаты. Уны тыя белергә, аҡыл менән йүгәнләргә кәрәк.[4] Кешенең аңһыҙҙан килгән күҙаллауҙары булырға мөмкин — «ҡараңғылыҡ».[4] Ошо ҡараңғылыҡта нимәлер ижад ителеүе лә мөмкин. Хистәр ташыуҙан, дәрттән кеше бик ашҡыныуы мөмкин. Мәгәр хистәрҙе һәм теләктәрҙе әхлаҡи һәм мәҙәни ҡағиҙәләр сикләп тора[4]. Кант даһилыҡ төшөнсәһен дә тикшерә. «Уйлап табыуға талантты даһилыҡ тип атайҙар».[4] Философия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] Кант философия фәнендә иң ҡаршылыҡлы фигура булып һанала. Уның ижади мираҫында уңай һәм тиҫкәре фекерҙәр тулып ята. Кант философияһының уңай яҡтарын алғанда, иғтибарҙы түбәндәгегә йүнәлтергә кәрәк: беренсе сиратта, Кант филосоифяһының тәбиғәт фәндәре менән тығыҙ бәйләнештә булыуы; Ҡояш системаһының барлыҡҡа килү гипотезаһы; танып белеү процессындағы һәм, ғөмүмән, кеше аҡылы өсөн хас булған диалектик ҡаршылыҡтар; әхлаҡи нормалар, кешеләрҙең йәмғиәт алдында торған бурыстар тураһында эҙләнеүҙәре һ. б. Кант филосоияһы шулай уҡ тиҫкәре яҡтарҙан, кәмселектәрҙән дә азат түгел. Улар: кешеләрҙең танып белеү һәләтенә ышанмау (агностиклыҡ); кешенең танып белеү процессында үтә алмаҫлыҡ мистик кәртәләр күреү; кешенең аңында йәшәй торған априор (тәжрибәнән тыш) категориялар; этика фәнендәге абстракт һәм уйҙырмалы ҡанундар; эстетика һәм сәнғәт фәнендә урынлаша башлаған формализм, «сәнғәт — сәнғәт өсөн» тигән теорияға юл ҡуйыу; дәүләт һәм хоҡуҡ теорияларындағы иллюзиялар һ. б. Кант философияһының ҡаршылыҡлы булыуы уны ике яҡтан (материализм, идеализм тарафтарынан да) ҡабул итеү менән бергә, һәр ике яҡтан тәнҡитләү өсөн дә нигеҙ булды. «Уң» яҡтан уны артыҡ материализмға бирелеүе өсөн булһа, «һул» яҡтан етерлек дәрәжәлә материалист булмағанлығы өсөн тәнҡитләп килделәр. Тәбиғәт фәндәре өлкәһендә хеҙмәтәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] Кант үҙенең ошо дәүер фәлсәфи хеҙмәттәрендә, Ньютон ғилеменә таянып, Ҡояш системаһының төҙөлөшө һәм бигерәк тә уның барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатырға тырыша. Канттың ҡарашынса, Ҡояш системаһының барлыҡҡа килеүе ғаләм киңлегендә һирәкләнгән материя киҫәксәләренең гигант күләмдәге болотҡа тупланыуы менән бәйле. Ф. Энгельс Канттың был теорияһын (ул «Ғөмүм күләм тәбиғәт тарихы һәм күк көмбәҙе теорияһы», тигән хеҙмәттә урын алған) даһи хеҙмәттәр рәтенә ҡуя, сөнки Ерҙе хәрәкәткә килтереүсе тышҡы көс тураһындағы (уға Ньютон да табынып эш иткән) теория юҡка сыға, шунлыҡтан «Ер һәм Ҡояш системаһы кешелек хозурына ғаләми үҙгәрештәр нәтижәһе булараҡ ҡына килеп баҫа»[5]. Кант шулай уҡ Ер менән Айҙың үҙ-ара тартылышы нәтижәһендә Ер хәрәкәтенең нисек үҙгәреүен дә иҫбат итә. Ул Рене Декарт менән Галилео Галилей идеяларын үҫтерә төшөп, хәрәкәт һәм хәрәкәтһеҙлектең нисбилеген иҫбатлай. Кант биология фәнендә хайуандар донъяһындағы төрҙәрҙең генеологик классификацияһын төҙөй, хайуандарҙың бер-береһенән килеп сығыу мөмкинлеге тураһында фәнни фараздарын белдерә. Был идеяларҙың әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ. Улар философия фәне өсөн генә түгел, тәбиғәт фәндәре өлкәһендә лә ижади эшсәнлек алып барған ғалимдәр өсөн дә ғәйәт әһәмиәтле хеҙмәт була. Ф. Энгельстың фекере буйынса, «Канттың хәҙерге заман күк йөҙөндәге ғаләм есемдәренең ҡасандыр өйөрмә рәүешендә әйләнеп йөрөгән томанлы массаларҙан килеп сығыу теорияһы, Коперниктан һуңғы, астрономияла иң ҙур ҡаҙаныш» булып һаналған[6]. Этика һәм дин мәсьәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] Кант үҙенең космогоник тәғлимәтенан эҙлекле материалистик һәм атеистик һәҙөмтә сығара алмаған. Ул дин һәм шул заман фәнендә хаҡимлыҡ иткән телеологик, йәғни тәбиғәттә барлыҡ процесстар, ниндәйҙер маҡсатка буйһондоролоп, алдан уҡ билдәләнгән, тигән теорияға ташлама. Шулай итеп Кант, бер яҡтан, донъялағы үҙгәрештәр ваҡыт яғынан сикһеҙ (уның башланған ваҡыты булмаған) тип һанаған булһа, икенсе яҡтан, ошо процесстарҙың башланған ваҡыты булған, тигән ҡарашты яҡлап сыға. Кантса, донъяның барлыҡҡа килеүенең әүәл сәбәбе (яралыуы) материяның үҙендә түгел, бәлки Аллала. Был фекерҙе дәлилләп, ул, донъяла борон-борон замандағы хаостан ниндәйҙер тәртип урынлаштырырға Алланан башҡа һис кемдең ихтыяры етмәҫ ине, ти. Канттың идеалистик мәсләге илаһи көстәргә инанып эш итеүҙә генә түгел. Ул ҡайһы бер объектив күренештәрҙе һәм бәйләнештәрҙе субъекттың аңына, тойоуына буйһондороп бәйләй. Мәҫәлән, ғаләми һуҙынҡылыҡ һәм ваҡыт субъектҡа априор рәүештә бирелгәндәр тип һанай. Шундай ук априорлыҡ, уныңса, сәбәплек, ихтыяжлыҡ кеүек бәйләнештәргә лә хас. Юғарыла күрһәтелгән ҡараштар Канттың субъектив идеализм позицияһындә торғанлығын күрһәтә. Априорлыҡ — Кантның күп кенә хеҙмәттәрендә урын алған термин. Априорлыҡ ул кешенең йәшәү тәжрибәһенән тыш, уның тормош тәжрибәһенә тиклем тупланған белемдәр. Мәҫәлән, математика тормош тәжрибәһе һорамай бит… Тимәк (Кантса), был белемдәр кешегә уның тәжрибәһенән тыш биреләләр. Кант бындай белемдәрҙе рациональ фекерләү ысулы менән табырға мөмкин, тигән фекерҙе лә ҡабул итмәй. Канттың ҡарашы буйынса, кешенең танып белеү һәләте самаһыҙ түгел, уның тәғәйен сиктәре бар. Улар, йәнәһе, бер яҡтан, ошо априорлыҡ сиге булһа, икенсе яҡтан, «әйберҙең аҫылы үҙендә ҡала», тигән сик. Һуңғыһын шулай аңларға кәрәк: кешенең тирә-яғында булған әйберҙәр кешегә фәҡәт тышҡы күренештәр менән генә биреләләр, уларҙың аҫылын кеше белә алмай. Кешенең танып белеү һәләтен ошондый «кәртәләр» менән сикләү философияла «агностиклыҡ» тип атала. Кант кешенең танып белеү һәләтенә кәмһетеп ҡарау менән уның аҡыл мөмкинлектәрен бөтөнләй үк ярлыландырмай, ул уны (Аллаға) ышаныу күренеше менән тулыландыра. Ышаныу, Кантса, аҡыл кәртәһенә керһә лә, танып белеүҙән тыш йәшәй торған күренеш. Уныңса, кешенең танып белеүенә бирелмәгән нәмә, ул кешенең ышаныуына бирелә. Мәҫәлән, Алла. Канттың ҡарашы буйынса, Алла объектив була алмай, сөнки ул танып белеүгә мохтаж түгел, уға ышанырға ғына кәрәк. Шулай уҡ Алланың барлығы йәки юҡлығы бәхәс ҡороу өсөн бирелгән мәсьәлә түгел. Уның барлығын иҫбат итеп булмаған кеүек, юҡлыгын да иҫбат итеп булмай. Ғөмүмән, дин фән предметы түгел. Ул бары тик ышаныу предметы ғына була ала. Кант ошо фекерҙәрҙе үҙенең «Саф аҡылга тәнҡит күҙлегенән ҡарау» тигән төп хеҙмәтендә иҫбатларға тырыша. Был хеҙмәттең маҡсаты Аллаға ышаныуҙың танып белеүгә ҡарағанда өҫтөнөрәк булыуын күрһәтеү түгел, унда, ғөмүмән, белемдәрҙең сығанағы, уларҙың формулары, фәнни фекерләүҙең категориялары ҡарала. Шулай ҙа был хеҙмәттә күтәрелгән төп мәсьәлә — танып белеүҙең сикле күренеш икәнлеген иҫбатлау. «Әйберҙең аҫылы үҙендә ҡала» (йәғни ул кешенең танып белеүенә бирелмәй) тигән формула — Кант тарафынан философия фәненә керетелгән иң атаҡлы категорияларҙың береһе. Ул формула Канттың агностик икәнлеген генә түгел, бәлки тағын бер тапкыр уның идеалист икәнлеген дә күрһәтә. Шул ук ваҡытта Кант — саф идеалист ҡына ла түгел. Ул — дуализм вәкиле. Хоҡуҡ һәм дәүләт тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] Калининградта Кантҡа һәйкәл Кант дәүләт ҡанундары тураһында ла фекерҙәрен белдерә. Хоҡуҡи дәүләт һәр кешегә тигеҙ хоҡуҡ бирергә тейеш, тип һанай Кант. Гражданлыҡ иреге Кантса, шундай хоҡуҡты аңлата. Һәр индивид ниндәй закондарҙы ҡабул итергә, ниндәйҙәрҙе ҡабул итмәҫкә — барыһын да үҙе хәл итә. Шул уҡ ваҡытта И. Кант һәр кемдең тигеҙ дәрәжәлә законға буйһонорға тейешлеген дә иҫбат итә. Кант идеаль йәмғиәтте борсолоуҙарһыҙ, тыныслыҡ хәлендә йәшәй торған күренеш тип һанай. Ләкин бындай йәмғиәтте ул бик йыраҡта торған маҡсат тип күрә. Кант, диалектик булараҡ, кешеләрҙең, шулай уҡ дәүләттәрҙең ҡаршылыҡлы мөнәсәбәттә йәшәүҙәрен таный. Шул ук ваҡытта улар араһындағы ҡаршылыҡтарҙа синфилыҡ принциптарын аңлай алмай, ҡаршылыктарҙың сығанағын кешеләрҙең тәбиғәтендә генә күрергә тырыша. Шулай ҙа И. Канттың ғәжәйеп дәрәжәлә бай ижади мираҫы уны бөтә донъя философия тарихында иң мәшһүр фигураларҙың береһе итеп таныта. Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] Akademieausgabe von Immanuel Kants Gesammelten Werken  (нем.) русса баҫмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] Иммануил Кант. Сочинения в шести томах. Том 1. — М., 1963, 543 с (Философское наследие, Т. 4) Иммануил Кант. Сочинения в шести томах. Том 2. — М., 1964, 510 с (Философское наследие, Т. 5) Иммануил Кант. Сочинения в шести томах. Том 3. — М., 1964, 799 с (Философское наследие, Т. 6) Иммануил Кант. Сочинения в шести томах. Том 4, часть 1. — М., 1965, 544 с (Философское наследие, Т. 14) Иммануил Кант. Сочинения в шести томах. Том 4, часть 2. — М., 1965, 478 с (Философское наследие, Т. 15) Иммануил Кант. Сочинения в шести томах. Том 5. — М., 1966, 564 с (Философское наследие, Т. 16) Иммануил Кант. Сочинения в шести томах. Том 6. — М., 1966, 743 с (Философское наследие, Т. 17) Иммануил Кант. Критика чистого разума. — М., 1994, 574 с (Философское наследие, Т. 118) Иммануил Кант. Собрание сочинений в 8 томах. — Издательство: ЧОРО, 1994 г. — ISBN 5-8497-0001-3, ISBN 5-8497-0002-1, ISBN 5-8497-0003-X, ISBN 5-8497-0004-8, ISBN 5-8497-0005-6, ISBN 5-8497-0006-4, ISBN 5-8497-0007-2, ISBN 5-8497-0008-0. Иммануил Кант. Лекции по этике. — М.: Республика, 2000. — 431 с. Иммануил Кант. Критика чистого разума / Пер. с нем. Н. Лосского сверен и отредактирован Ц. Г. Арзаканяном и М. И. Иткиным; Примеч. Ц. Г. Арзаканяна. — М.: Эксмо, 2007. — 736 с. — ISBN 5-699-14702-0 Иммануил Кант. Критика чистого разума / (Пер. с нем. ;предисл. И. Евлампиева). — М.: Эксмо; СПб.:Мидгард, 2007. — 1120 с. — (Гиганты мысли) ISBN 5-91016-017-4 8 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] Библиография Том 1 Мысли об истинной оценке живых сил (1749) • Исследование вопроса, претерпела ли Земля в своем вращении вокруг оси, благодаря которому происходит смена дня и ночи, некоторые изменения со времени своего возникновения (1754) • Вопрос о том, стареет ли Земля с физической точки зрения (1754) • Всеобщая естественная история и теория неба (1755) • Новое освещение первых принципов метафизического познания (1755) • Физическая монадология (1756) • О причинах землетрясений (1756) • Новые замечания для пояснения теории ветров (1756) • План лекций по физической географии и уведомление о них (1757) • Новая теория движения и покоя (1758) • Единственно возможное основание для доказательства бытия Бога (1762) Том 2 Опыт некоторых рассуждений об оптимизме (1759) • Мысли, вызванные безвременной кончиной высокоблагородного господина Иоганна Фридриха фон Функа (1760) • Ложное мудрствование в четырех фигурах силлогизма (1762) • Опыт введения в философию понятия отрицательных величин (1963) • Наблюдения над чувством прекрасного и возвышенного (1764) • Опыт о болезнях головы (1764) • Исследования отчетливости принципов естественной теологии и морали (1764) • Уведомление о расписании лекций на зимнее полугодие (1765) • Грезы духовидца, поясненные грезами метафизики (1766) • О первом основании различия сторон в пространстве (1768) • О форме и принципах чуственно воспринимаемого и интеллигибельного мира (1770) • Рецензия на сочинение Москати "О существенном различии в строении тела животных и людей" (1771) • О различных человеческих расах (1775) • Две статьи относительно "Филантропина" (1776 — 1777) • Заметки в книге "Наблюдения над чувством прекрасного и возвышенного" Том 3 Критика чистого разума (1-е изд. — 1781, 2-е — 1787) • Из первого издания "Критики чистого разума" Том 4 Пролегомены ко всякой будущей метафизике, которая может появиться как наука (1783) • Основоположения метафизики нравов (1785) • Метафизические начала естествознания (1786) • Критика практического разума (1788) Том 5 Критика способности суждения (1790) • Первое введение в "Критику способности суждения" Том 6 Религия в пределах только разума (1796) • Метафизика нравов (1797) Том 7 К вечному миру. Философский проект (1795) • Спор факультетов (1798) • Антропология с прагматической точки зрения (1798) • Приложение о вопросе, предложенном на премию Королевской Берлинской академией наук в 1791 году: какие действительные успехи создала метафизика в Германии со времени Лейбница и Вольфа? Том 8 Рецензия на книгу И. Шульца "Опыт руководства к учению о нравственности" (1783) • Идея всеобщей истории во всемирно-гражданском плане (1784) • Ответ на вопрос "Что такое просвещение?" (1784) • Рецензии на книгу И. Г. Гердера "Идеи к философии истории человечества" (1785) • О вулканах на Луне (1785) • Предполагаемое начало человеческой истории (1786) • Что значит ориентироваться в мышлении? (1786) • О применении телеологических принципов в философии (1788) • О неудаче всех философских попыток теодицеи (1791) • О поговорке "Может это и верно в теории, но не годится для практики" (1793) • Конец всего сущего (1794) • Об органе души (1796) • О вельможном тоне, недавно возникшем в философии • Благая весть о близком заключении договора о вечном мире в философии (1797) • О мнимом праве лгать из человеколюбия (1797) • Заявление по поводу наукоучения Фихте (1799) • Лекции • Избранные письма • Из рукописного наследия Интернетҡа ҡуйылған русса тәржемәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] Критика чистого разума Критика практического разума Критика способности суждения Основы метафизики нравственности Вопрос о том, стареет ли Земля с физической точки зрения Всеобщая естественная история и теория неба Мысли об истинной оценке живых сил Ответ на вопрос: Что такое просвещение? Иммануил Кантты руссаға тәржемә итеүселәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] Бурдес, Борис Павлович Владиславлев, Михаил Иванович Лосский, Николай Онуфриевич Фохт, Борис Александрович Соколов, Николай Матвеевич Шейнман, Сесиль Яковлевна Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] ↑ хәҙерге Калининград, Рәсәй ↑ Куно Фишер, «История новой философии. Иммануил Кант и его учение». ↑ Канттың йәһүдтәргә тиҫкәре ҡарашы тураһында Фишер К. яҙа Иммануил Кант и его учение". Книга 4, глава 6. Цитируется как сам Кант в письме Рейнгольду, так и мнение о нем его корреспондента И. Г. Гамана. Куно Фишер сообщает и о прекрасных отношениях Канта с Моисеем Мендельсоном, которого Кант очень ценил. В свою очередь, именно к Мендельсону обратились с просьбой сделать эскиз юбилейной медали для Канта на 60-летие последнего. ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Гулыга А. В. Кант. М., «Молодая гвардия», 1977. — 304 с., ил. (Жизнь замечат. людей. Серия биографий. Вып. 7 (570)). — Глава 7. ↑ Диалектика природы.— M., 1955.— C. 8; 25 ↑ Анти-Дюринг, 1957, с 54 Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] Нарский И. С. Иммануил Кант. (На обложке: Кант). — М.: Мысль, 1976. — 208 с. — (Мыслители прошлого). — 55 000 экз. Асмус В. Ф. Иммануил Кант — М.: Высшая школа, 2005. — 439 б. — (Классика философской мысли). — 2000 экз. — ISBN 5-06-004516-1. Белый А. А. «Кантовская цитата в пушкинском тексте» Баренбойм П. Д. Кант как отец Конституции России // Законодательство и экономика. — М.: Законодательство и экономика, 2009, № 9. — С. 5-9 Гулыга А. В. Кант (ЖЗЛ) Кант И. Всеподданнейшее прошение философа Канта императрице Елисавете Петровне / Сообщ. Ю. Бартенев // Русский архив, 1896. — Кн. 2. — Вып. 7. — С. 455—456. Кембаев Ж. М. Идея «федерализма свободных государств» Иммануила Канта как важнейшая веха в развитии правовой теории межгосударственной интеграции // Известия высших учебных заведений. Правоведение. 2009. № 6. С. 103—112. Поппер К. [1]«Иммануил Кант — философ просвещения» (недоступная ссылка) Ойзерман Т. И. Кант и Гегель (опыт сравнительного исследования) — М.: "Канон+" РООИ «Реабилитация», 2008. — 520 б. — 5000 экз. — ISBN 978-5-88373-047-3. Суслова Л. А. Философия И. Канта (Методологический анализ): Учеб. пособие для вузов / Рецензенты: кафедра истории философии философского факультета Уральского государственного университета им. А. М. Горького, (зав. кафедрой -- д-р философских наук, проф. К. Н. Любутин); д-р филос. наук, проф. В. Н. Кузнецов (МГУ им. М. В. Ломоносова) — М.: Высш. шк., 1988. — 224 б. — 10000 экз. Фуко М. «Что такое просвещение» Шульц И. Разъясняющее изложение "Критики чистого разума": Руководство для чтения. Пер. с нем — Изд. 2, испр. — М.: Книжный дом «ЛИБРОКОМ», 2010. — 152 б. — (Из наследия мировой философской мысли: история философии). — ISBN 978-5-397-01495-3. 100 этюдов о Канте (Международное интервью, посвященное 200-летию со дня смерти и 280-летию со дня рождения Иммануила Канта) // Историко-философский альманах — Выпуск 1-й: Кант и современность. — М.: Современные тетради, 2005. — 271 б. — 500 экз. — ISBN 5-88289-274-0. (переиздано в 2005, ISBN 5-98227-097-0, и 2010, ISBN 978-5-397-01706-0, годах) Материалы конференции «Кант и современная философия» (Москва, МГУ, 19-20 ноября 2004 года) // Историко-философский альманах — Выпуск 1-й: Кант и современность. — М.: Современные тетради, 2005. — 271 б. — 500 экз. — ISBN 5-88289-274-0. * Гиззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 1 -се китап: Ҡыҫкаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемалары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. -Казан. Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] Труды Канта в философской библиотеке Гумер Биография Канта И. Кант на сайте «peoples.ru» И. Кант на сайте «chronos.msu.ru» Афоризмы и выражения И. Канта Все работы Канта на русском языке     Тематик сайттар Математическая генеалогия · Notable Names Database · Zentralblatt MATH database · International Music Score Library Project · MusicBrainz · Проект «Гутенберг» · RKDartists · Find a Grave Һүҙлектәр һәм энциклопедиялар Большая каталонская · Большая российская · Брокгауза и Ефрона · Еврейская Брокгауза и Ефрона · Малый Брокгауза и Ефрона · Православная · Allgemeine Deutsche Biographie · Britannica (11-th) · Britannica (онлайн) Норматив контроль BAV: ADV10174940 · BIBSYS: 90066754 · BNC: a10436352 · BNE: XX1002482 · BNF: 11909393p · CiNii: DA00159992 · CONOR: 6276707 · EGAXA: vtls000970121 · GND: 118559796 · ICCU: IT\ICCU\CFIV\000707 · ISNI: 0000 0001 2282 4025 · LCCN: n79021614 · LNB: 000015134 · NDL: 00445131 · NKC: jn19990004171 · NLA: 35259064 · NLG: 61881 · NSK: 000100107 · NTA: 06840753X · NUKAT: n93081168 · PTBNP: 8958 · LIBRIS: 192570 · SUDOC: 02694507X · VIAF: 82088490 · ULAN: 500107055 Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Иммануил_Кант&oldid=847606 ҡабул ителгән Категориялар: Алфавит буйынса шәхестәр Алфавит буйынса философтар 22 апрелдә тыуғандар 1724 йылда тыуғандар Кёнигсбергта тыуғандар 12 февралдә вафат булғандар 1804 йылда вафат булғандар Кёнигсбергта вафат булғандар Ҡалыптар:Тышҡы һылтанмалар Пруссия фәндәр академияһы ағзалары Немец фәлсәфә мәктәбенең философтары Кёнигсберг университеты уҡытыусылары Шәхестәр:Этика Эстетиктар Мәғрифәтселек дәүере Германия философтары XVIII быуат тарихы Хоҡуҡ философияһы Натурфилософтар Йәшерен категориялар: Викитекаға һылтанмаған философтар тураһында мәҡәлә Портреты булмаған философтар тураһында мәҡәлә Википедия:Статьи с нерабочими ссылками Википедия:Һайланған мәҡәләләр:Фәлсәфә Википедия:Алфавит буйынса һайланған мәҡәләләр ISBN серле һылтанмаһын ҡулланған биттәр Навигация Шәхси ҡоралдар Танылмағанһығыҙ Әңгәмә Башҡарған эштәр Яңы ҡатнашыусыны теркәү Танылыу Исем арауыҡтары Мәҡәлә Фекер алышыу Варианттар Ҡарауҙар Уҡыу Үҙгәртергә Вики-тексты үҙгәртергә Тарихты ҡарау Тағы Эҙләү Төп йүнәлештәр Баш бит Алфавитлы күрһәткес Ағымдағы ваҡиғалар Мәҡәләләр Һайланған Яҡшы Сифатлы 1 000 мотлаҡ 10 000 әһәмиәтле Башҡортнамә Яңы мәҡәләләр Осраҡлы мәҡәлә Ҡатнашыу Берләшмә Ҡоролтай Һуңғы үҙгәртеүҙәр Белешмә Иғәнә Матди ярҙам Ҡоралдар Бында һылтанмалар Бәйле үҙгәртеүҙәр Махсус биттәр Даими һылтанма Бит мәғлүмәттәре Мәҡәләгә һылтанма яһа Викидата элементы Баҫтырырға/сығарырға Китап төҙөргә PDF форматында күсереп алырға Баҫтырыу өлгөһө Башҡа проекттарҙа Викимилек Башҡа телдәрҙә Afrikaans Alemannisch አማርኛ Aragonés العربية الدارجة مصرى Asturianu Aymar aru Azərbaycanca تۆرکجه Žemaitėška Bikol Central Беларуская Беларуская (тарашкевіца)‎ Български भोजपुरी বাংলা Brezhoneg Bosanski Буряад Català Chavacano de Zamboanga Нохчийн Cebuano کوردی Čeština Чӑвашла Cymraeg Dansk Deutsch Zazaki Ελληνικά Emiliàn e rumagnòl English Esperanto Español Eesti Euskara Estremeñu فارسی Suomi Võro Føroyskt Français Arpetan Nordfriisk Frysk Gaeilge 贛語 Kriyòl gwiyannen Gàidhlig Galego ગુજરાતી עברית हिन्दी Fiji Hindi Hrvatski Magyar Հայերեն Interlingua Bahasa Indonesia Interlingue Ilokano Ido Íslenska Italiano 日本語 Patois Jawa ქართული Qaraqalpaqsha Taqbaylit Kabɩyɛ Қазақша ಕನ್ನಡ 한국어 Kurdî Кыргызча Latina Lëtzebuergesch Лезги Lingua Franca Nova Limburgs Ligure Ladin Lumbaart لۊری شومالی Lietuvių Latviešu मैथिली Malagasy Македонски മലയാളം Монгол मराठी Кырык мары Bahasa Melayu Malti Mirandés မြန်မာဘာသာ Эрзянь Nāhuatl Plattdüütsch नेपाली नेपाल भाषा Nederlands Norsk nynorsk Norsk bokmål Occitan Livvinkarjala ਪੰਜਾਬੀ Polski Piemontèis پنجابی پښتو Português Runa Simi Rumantsch Română Русский Русиньскый Kinyarwanda संस्कृतम् Саха тыла Sardu Sicilianu Scots Srpskohrvatski / српскохрватски Simple English Slovenčina Slovenščina Shqip Српски / srpski Sunda Svenska Kiswahili தமிழ் తెలుగు Тоҷикӣ ไทย Tagalog Tok Pisin Türkçe Татарча/tatarça Українська اردو Oʻzbekcha/ўзбекча Vepsän kel’ Tiếng Việt West-Vlams Volapük Winaray 吴语 მარგალური ייִדיש Yorùbá Zeêuws 中文 文言 Bân-lâm-gú 粵語 Һылтанмаларҙы төҙәт Был бит һуңғы тапҡыр 23:04 16 ноябрь 2018 үҙгәртелгән. Текст Creative Commons Attribution/Share-Alike лицензияһы шарттары буйынса асыҡ, айырым осраҡтарҙа өҫтәмә шарттар ғәмәлдә булырға мөмкин. Тулы мәғлүмәт өсөн ҡарағыҙ: Ҡулланыу шарттары. Сер һаҡлау сәйәсәте Википедия тураһында Яуаплылыҡтан баш тартыу Мобиль нөсхә Яһаусылар Статистика Cookie тураһында килешеү